Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Март 2020, 14:00

Милли проект: юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу дауам итә

«Һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында оптик-сүс үткәргесе һуҙыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә.

Быйыл «Башинформсвязь» йәмғиәте республиканың 536 ауыл һәм ҡалаһында тағы ла 888 социаль учреждениены юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса эш алып бара. Ошоға ярашлы 431 мәғариф учреждениеһы, 354 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 79 ауыл хакимиәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы 22 бүлексәһе һәм дүрт һайлау комиссияһы участкаһы селтәргә тоташасаҡ.
«Башинформсвязь» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Алферов белдереүенсә, Башҡортостан социаль әһәмиәтле объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә һанала. Ул шулай уҡ: «Юғары тиҙлекле интернетҡа тоташҡан социаль объекттарҙың күбеһе – 92 проценты ауыл ерендә урынлашҡан. Уларҙың яртыһынан күбеһе селтәр менән ҡулланыу мөмкинлегенә тәүге тапҡыр эйә булды», – тип билдәләне.
2021 йыл аҙағына тиклем йәмғиәт 1514 ҡала һәм ауылдағы 2774 социаль учреждениены заманса бәйләнешле итергә иҫәп тота.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: