Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Март 2020, 17:00

Коронавирус менән эшләгән табиптарға өҫтәмә аҡса түләнәсәк

Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмә сираттағы тапҡыр донъялағы иң көнүҙәк темаға арналды. Ул да булһа – коронавирус.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙә әлегә дәлилләнгән бер генә осраҡ та юҡ. Тик был әлегә.
– Хөрмәтле хакимиәт башлыҡтары һәм Хөкүмәт ағзалары! Тик ахмаҡ кеше генә беҙгә коронавирус килеп етмәй, тип уйлай ала. Беҙҙең барлыҡ күрше төбәктәрҙә лә инфекция теркәлгән. Оҙаҡламай беҙҙә лә буласаҡ, ни бары ваҡыт ҡына кәрәк. Быға бөтә яҡлап та әҙер булыу зарур. Һуңғы арала 15 мең кешебеҙ сит илдән ҡайтҡан, уларҙың һәр ҡайһыныһының вирус йөрөтөүе ихтимал, – тине ул.
Радий Хәбиров был вирус менән эшләгән барлыҡ табиптарға ла өҫтәмә аҡса түләү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Был хаҡтағы ҡарарға яҡын арала ҡул ҡуйыласаҡ. Ошондай уҡ өҫтәмә түләүҙәр ауырырға ихтимал кешеләр менән эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә лә түләнәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала 58 кеше вирус йөрөтөү ихтималлығына шик менән дауаханала ята, улар араһында алты бала бар
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: