Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Март 2020, 14:00

Террор акты әҙерләгән булған...

Шәмбелә киң мәғлүмәт саралары сайттарында Өфөгә Дим биҫтәһе яғынан ингән юлды быуыуҙары, халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә ҙур тығындар, юлдағы атыш тураһында яҙыуы тураһында хәбәрҙәр баҫылғайны.

«РИА» мәғлүмәт агентлығы, Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитеттың мәғлүмәт үҙәгенә һылтанып, түбәндәгене хәбәр итә: ул көндә Башҡортостанда террор акты әҙерләүсе ҡораллы енәйәтсене тотоу операцияһы үткән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡораллы кеше китеп барған автомобилде туҡтатырға тырышҡан. Әммә ул ҡоралды һалып, туҡтарға тигән иҫкәртеүҙәргә буйһонмаған, ут асҡан. Атыш барышында енәйәтсене ҡоралһыҙландырғандар. Ул һәләк булған. Эргәһендә пистолет һәм ҡулланыуға әҙер шартлатҡыс табылған.
Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитет ваҡиға урынынан видеояҙма ла баҫтырған. Унда енәйәтсенең машинаһын хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уратып алғаны күренә, автомобилдең артҡы тәҙрәһе ватылған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм граждандар зыян күрмәгән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото: комитет видеоһынан скриншот
Читайте нас: