Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Март 2020, 12:00

Мостай Кәрим урамы хәҙер Екатеринбургта ла бар

Екатеринбург урамына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелде. Ул ҡаланың Октябрь районында урынлашҡан. Екатеринбург мэры Александр Высокинский тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

«Екатеринбург ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан урамға Мостай Кәримдең исемен бирергә», тиелә ҡарарҙа.
Мостай Кәрим урамы янында Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы, Мостай Кәримдең яҡын дуҫы Сыңғыҙ Айытматов урамы бар.
Хәҙер Мәскәүҙә, Алматыла, Ҡазанда, Өфөлә һәм Башҡортостандың бик күп тораҡ пункттарында урамдар Мостай Кәрим исемен йөрөтә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: