Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Март 2020, 17:05

Өйҙә спектаклдәр ҡарайбыҙ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Театр спектаклдәренең алтын фонды» тигән проектты ғәмәлгә индерҙе.

Әлеге ваҡытта архив спектаклдәрен театрҙың YouTube каналында ҡарарға ҡарарға мөмкин:
«Рәйсә+Фәйзи». Н. Асанбаев. Режиссер Р. Исрафилов; «Ғәлиәбаныу». М. Фәйзи. Режиссер Р. Исрафилов; «Бибинур, аһ, Бибинур!..». Ф. Бүләков. Режиссер Р. Исрафилов; «Ҡыҙыл паша». Н. Асанбаев. Режиссер Л. Вәлиев; М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..». Режиссер Р. Исрафилов.
Әлегә унда презентация видеояҙмалары ғына ҡуйылған. Коллекция уҙған йылдарҙағы тамашалар менән даими тулыландырыла.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында спектаклдәр театр репертуарына ярашлы күрһәтелә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: