Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Март 2020, 14:00

Килеп тыуған хәл тормошобоҙға үҙгәрештәр индерә

18 марттан республикабыҙҙа коронавирус инфекцияһын индермәҫ өсөн юғары әҙерлек режимы индерелде.

Был шарттарҙа муниципаль райондың дөйөм белем биреү ойошмаларының нисек эшләйәсәге хаҡында Мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Татьяна Лапшина аңлатма бирә:
– 23 марттан 1 апрелгә тиклем бөтә мәктәптәрҙә лә каникулдар иғлан ителде. Каникулдар тамамланғандан һуң, 2 апрелдән дөйөм белем биреү ойошмалары (мәктәптәр, лицейҙар, гимназиялар) дистанцион уҡыу режимына күсә.
1-4 кластар уҡыусылары өсөн, уларҙы өйҙә ҡалдырыу мөмкинлеге булмаған ата-әсәләр ризалығы менән, 15-әр баланан торған төркөмдәр булдырылып, мәктәптәрҙә уҡытыу дауам иттерелә. Улар ата-әсәләр аҡсаһына түләүле ашатыласаҡ.
Әлегә уҡыусылар ял иткәндә уҡытыусылар электрон-белем биреү ресурстарын ҡулланыу буйынса белемдәрен күтәреү курстары үтә.
Берҙәм дәүләт имтиханын да ваҡытынан алда биреп булмаясаҡ. Уҡыусылар өсөн олимпиадалар ҙа билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә, яҡынса 2020 йылдың майына.
Балалар баҡсаларына йөрөү ирекле. Эпидемияға ҡаршы көрәш осоронда ата-әсәләр ғаризаһы менән баҡсаға йөрөмәү ғәфү итерлек сәбәп тип һанала һәм баҡса өсөн түләү ҡайтанан иҫәпләнеүгә нигеҙ була ала. Балаларҙы өйҙә ҡарау мөмкинлеге булмаған ата-әсәләр өсөн балалар баҡсалары эшләй, уларҙа тейешле профилактика саралары күрелә.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: