Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Март 2020, 12:00

Интернетта башҡорт телен өйрәнеү буйынса роликтар циклы баҫылды

Кисә интернетта Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды проектының премьераһы булды. Селтәрҙә башҡорт телен өйрәнеү буйынса роликтар циклы баҫылды: «Башҡорт теле: яңы ҡараш». М. Аҡмулла исемендәге БДПУ булышлығында Башҡортостан башлығының республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грантына 10 видеосюжет төшөрөлдө, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

Фонд директоры һәм проект кураторы Гөлназ Йосопова һүҙҙәренсә, башҡорт телен өйрәнеү роликтары башлыса һәр шишәмбе социаль селтәргә һалына.
«Беҙ «Бергәләп башҡортса» сюжеттарының 10 сығарылышын интернетҡа һалдыҡ, улар яңы өйрәнә башлағандар һәм телде тәрәнерәк өйрәнергә йәки белемдәрен нығытырға теләгәндәр өсөн бик файҙалы», – тип һөйләне Гөлназ Йосопова.
Сюжеттар киң аудиторияға иҫәпләнгән. Яңы цикл «Бергәләп башҡортса» циклының логик дауамы булып тора, ләкин күберәк үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
Сюжеттың төп геройҙары – Өфө үҫмерҙәре Алмас, Айсулпан, Азалия һәм Юрматы бергәләп театрға, йәш рәссам Айтуар Райбаев оҫтаханаһына, Өфө фотографы Дим Толонғужинға, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллинға бара, ә композитор Урал Иҙелбаевта ҡунаҡта үҙҙәренең рок төркөмөн ойошторорға тигән ҡарарға килә – тәүге йырҙарын яҙҙыра һәм клип төшөрә. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының билдәле актеры Шәһит Хамматов менән бергә өноҡшаш һүҙҙәрҙе еңел генә өйрәнергә мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: