Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Март 2020, 14:00

Кисә Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү датаһын билдәһеҙ ваҡытҡа күсерҙе һәм киләһе аҙнаны (30 март – 3 апрель) ял тип иғлан итте.

Эш хаҡы һаҡлана. «Хәҙер иң хәүефһеҙе – өйҙә ултырыу», – тине президент. Был хаҡта ул дәүләт телеканалдарының тура эфирында Рәсәй граждандарына мөрәжәғәте барышында белдерҙе.
Владимир Путин кризисҡа бәйле граждандарға һәм бизнесҡа ярҙам саралары хаҡында әйтте.
Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары айына бер минималь хеҙмәт хаҡынан кәм булмаған күләмдә түләнә. Эшһеҙлек буйынса максималь түләү бер МРОТ-ҡа тиклем арттырыла (12 130 һум).
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: