Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Март 2020, 17:00

Милли проект: «Йыл экспортеры» конкурсы

Башҡортостанда йыл һайын үткәрелгән «Йыл экспортеры» конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.

Мәғлүм булыуынса, конкурс үҙҙәре етештергән әҙер продукцияны һәм хеҙмәттәрен экспортлаған республика компаниялары һәм шәхси эшҡыуарҙары, Башҡортостан резиденттары араһында уҙғарыла. Сара йомғаҡтары буйынса 11 номинацияла 11 еңеүсе билдәләнә. Һөҙөмтәләр быйыл 17 июндә Өфөлә үтәсәк III «Экспортларға ваҡыт» форумында иғлан ителә.
Конкурс республика етештереүселәре тауарының тышҡы баҙарҙарҙа конкурентлыҡ ҡеүәһен һәм экспорт эшенең абруйын арттырыуға, уларҙың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген баһалауға йүнәлтелә.
Был сара Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын, «Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү», «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәттәр экспортын үҫтереү» төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу программаһының бер өлөшөн тәшкил итә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: