Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе. Республика етәксеһе, коронавирус пандемияһына бәйле, төбәгебеҙҙә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһының бер йылға кисектерелеүе хаҡында хәбәр итте.