Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Март 2020, 12:00

Фидан Ғафаров – Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

Башҡорт театры сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актер һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелде.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры ҡала мэры Өлфәт Мостафин ҡул ҡуйған документ алды.
Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров Башҡорт драма театрына 55 йыл хеҙмәт итте. Хәҙер ул Өфө ҡалаһының юғары наградаһы менән дә бүләкләнде.
«Актерҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Хәҙер Башҡорт драма театрында ике артист шундай маҡтаулы исемде йөрөтә –2019 йылдың сентябрендә күренекле артист Нурия Ирсаева ла ошо абруйлы наградаға лайыҡ булды», – тине театр директоры Иршат Фәйзуллин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: