Алдан 2 апрелдән мәктәптәрҙә алыҫтан тороп уҡытыу башлана тип белдерелгәйне. Рәсәй президенты үҙенең мөрәжәғәтендә 28 марттан 5 апрелгә тиклем илдә ял аҙнаһы булыуын иғлан итте. Шуға бәйле Башҡортостанда каникулдар графигына төҙәтмәләр индерелде.
«Каникулдарҙы оҙайтабыҙ. Балаларыбыҙ ваҡытын бушҡа уҙғармаһын тип уйлағайныҡ. Хәҙер уларҙың ата-әсәһе өйҙә булғас, аралашһындар әйҙә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙа ата-әсәһе киләһе аҙнала ла эшләүен дауам иткән балалар өсөн төрлө йәштәге дежур төркөмдәр ойошторола.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне