Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Март 2020, 16:00

Бөтәбеҙ ҙә өйҙә ултырасаҡбыҙ!

Башҡортостанда бөтә граждандар өсөн дә тулы үҙаллы изоляция режимы индерергә планлаштыралар.

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Быны Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе миҫалы буйынса Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мушустин кәңәш итә. Хөкүмәт башлығы төбәктәргә лә был сараны өйрәнергә һәм үҙҙәрендә индерегә ҡуша.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, бөгөн ул муниципалитет башлыҡтары һәм Хөкүмәт ағзалары ҡатнашлығында ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә йыясаҡ.
– Уйлай башлағыҙ, ресурстар әҙерләгеҙ, нисек быны тормошҡа ашырырға. Граждандар тулыһынса үҙаллы изоляцияға күсергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе өсөн тулыһынса үҙаллы изоляция режимы индерелде. Өйҙән ни бары эшкә барыу, яҡындағы магазин йәки дарыуханаға барып, аҙыҡ-түлек алыу, өй хайуандарын тышҡа сығарып индереү һәм сүп-сар ташлау өсөн генә сығырға мөмкин.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә тик махсус пропускыһы булған кешеләр генә өйҙәренән сыға аласаҡ. Күрәһең, беҙгә лә ошо уҡ хәл килә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: