Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Март 2020, 11:00

Республика башлығы быйыл көҙ яҡшы уңышҡа өмөт итә

Илдә хәлдең ауыр икәнлеге аңлашыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай шарттарҙа әүҙемләшергә һәм тейешле эштәрҙе ваҡытында һәм тулы кимәлдә башҡарырға ҡушты. Был яҙғы сәсеүгә лә ҡағыла.

Радий Фәрит улы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровҡа республиканың ауыл хужалығы комплексын яҙғы сәсеү эштәрен һөҙөмтәле башҡарыу өсөн тулы кимәлдә финансларға ҡушты. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, республикала сәсеү кампанияһын юғары кимәлдә үткәрергә һәм мөмкин тиклем күберәк сәсергә кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хөкүмәттең иҡтисадҡа ярҙамға тип бүленгән 15 миллиард һумының 1,8 миллиард һумы ауыл хужалығы тармағына тотоноласаҡ. Аҡса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар алыу өсөн субсидия биреүгә, минераль ашламалар, тоҡомло мал һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға бүленәсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: