Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Март 2020, 16:00

Республика тулы изоляция режимына күсә!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бөгөн ошондай яҙма ҡуйған:

«Беҙҙә Covid-19 йоғоуҙың ике яңы осрағы теркәлгән. Франциянан ҡайтҡан студент һеңлеһенә вирус йоҡторған. Шул уҡ ваҡытта тәүге сирләүсе бөгөн дауахананан сыға, уға башҡа сир янамай. Ҡалғандар ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя. Шул уҡ ваҡытта, белгестәр билдәләүенсә, беҙ сирлеләр һаны экспоненциаль, йәғни ҡырҡа арта торған сиккә етеп киләбеҙ. Ошоға бәйле, бөгөн, 31 мартта, киске сәғәт 8-ҙә, Рәсәй Хөкүмәте тәҡдименә ярашлы, республика халҡының тулыһынса үҙ аллы изоляция режимына күсеүе тураһындағы указ үҙ көсөнә инә. Был беҙгә ауыр эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк. Мин яҡташтарыма, нигеҙҙә, үҙ һаулығына яуаплы ҡарауы өсөн рәхмәт белдерәм, барыһы ла тиҙерәк тамамланһын өсөн артабан да уйлап эш итеүҙәренә өмөтләнәм».
Барыбыҙҙан да оло яуаплылыҡ һәм түҙемлек талап ителгән осоҙа сабыр булайыҡ, бирешмәйек, ныҡ булайыҡ!
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: