Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Апрель 2020, 16:22

«Беҙ бергә»: Бәләбәй районы ҡушылды!

Бәләбәй һәм Приют ирекмәндәре оло йәштәге кешеләргә ярҙам итеү өсөн Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Бәләбәйҙә тәүгеләрҙән булып медик-студенттар Камилла һәм Гизәтлифә Татаровалар, Альбина Шәйхуллина ярҙамға ашыҡты, уларҙың эшенә Бәләбәй муниципаль районы советы ҡарамағындағы Йәштәр советы ағзаһы Лиана Иванова етәкселек итә.
Приют ҡасабаһы ҡала биләмәһе хакимиәте белгесе – ирекмәндәр кураторы Алиә Сүлимәноваға Бәләбәй медицина колледжы студенты Айрат Батыршин һеңлеһе Алиә менән мөрәжәғәт итте. Хәҙер иң тиҙ ярҙамды улар күрһәтә, сөнки Айраттың машинаһы бар.
Беренсе көндә ирекмәндәр Бәләбәйҙән 91 йәшлек бабайға, Приютта 77 йәшлек ҡатынға ярҙам күрһәтте.
Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы ҡарары менән ирекмәндәр штабы булдырылды (кураторы – Социаль үҫеш идаралығының йәштәр бүлеге начальнигы Илдар Васильев).
Ярҙамға мохтаж булһағыҙ йә ирекмән булырға теләһәгеҙ, 8-800-201-89-03 телефонына шылтыратығыҙ.
Гөлнара Мурзина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: