Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Апрель 2020, 11:00

«Йәйләүҙә» шиғыр конкурсына рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле милләттәштәр, апрель – «Башҡорт теле – әсә теле» айы башланды.

Һеҙҙән #интерактив,#онлайн проекттар идеяларын һорағайныҡ, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллинаның тәҡдиме менән тәүге конкурсты – «Йәйләүҙә» шиғырҙар бәйгеһен башлайбыҙ!
Дистанцияла үткәреләсәк конкурсҡа әлегә бер ҡайҙа ла баҫылып сыҡмаған яңы әҫәрҙәрегеҙҙе ебәрегеҙ. Бер ҡатнашыусынан – бер шиғыр. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.
Шиғырҙарҙы «Башҡорт телен ҡәҙерләйек!» төркөмөнә https://vk.com/public.bashkorttelenketherleyek юллағыҙ.
Бүләккә – китаптар!
Ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» гәзите.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: