Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, урындағы үҙидара органдары юлдарҙы, ихаталарҙы, соҡорҙарҙы һанлаштырырға тейеш ине. Был процесс өс йүнәлешкә бүленгән.
Асыҡланған барлыҡ етешһеҙлектәр аныҡ юл участкаларына бәйле. Уларҙы бөтөрөү менән тәғәйен ойошмалар шөғөлләнәсәк.
Өфө ҡалаһы юл соҡорҙарын һанлаштырыу буйынса әлегә алдынғылар рәтендә. Артта ҡалғандар ҙа бар. Улар араһында – Белорет, Ҡыйғы, Көйөргәҙе райондары. Был төбәктәрҙә әлегә юлдар ҡарҙан әрселмәгән.
«Һанлаштырыу менән бер рәттән, иң ҡатмарлы, эре һәм авария хәлендәге соҡорҙарҙы йүнәтә башларға кәрәк. Бында әлеге вирусҡа бәйле хәл менән аҡланып ҡалырға ярамай», – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне