Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Апрель 2020, 11:00

Балалар 6 апрелдән уҡый башлай

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем биреү учреждениеларының дистациялы уҡытыуға күсеүе буйынса онлайн брифинг үткәрҙе.

– Киләһе дүшәмбенән, йәғни 6 апрелдән бөтә мәктәптәрҙә лә уҡыуҙар башланасаҡ, – тип белдерҙе Айбулат Вәкил улы. – Дөрөҫөрәге, балалар дистациялы уҡыу алымына күсәсәк, уның төрлө варианты ҡаралған. Ошо көндәрҙә педагогтар онлайн режимда белемен камиллаштырҙы, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтелде.
Беренсенән, башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр ойоштороласаҡ, сөнки уларҙың ата-әсәләре эшкә йөрөй. Табиптар, полицейскийҙар, банк хеҙмәткәрҙәре, аҙыҡ-түлек магазины һатыусылары шуға асыҡ миҫал. Ундай мәктәптәр күп түгел, әммә бар.
Икенсенән, белем биреү учреждениеларының күбеһе дистациялы уҡыуҙың онлайн дәрес режимына күсәсәк. Тимәк, уҡытыусы өйҙән генә дәрестәр бирәсәк. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың юғары тиҙлекле компьютерҙары булыуы шарт.
Өсөнсөнән, дистанциялы уҡытыу ярҙамында электрон кейс ҡулланыласаҡ. Был яй тиҙлек менән эшләгән интернетлы уҡыусыларға ҡағыла. Улар дәресте төркөм чатында асылған электрон почта (смс-хәбәр) аша аласаҡ.
Дүртенсенән, ҡағыҙ кейс ярҙамында дәрес уҙғарыласаҡ, ул интернетҡа тоташтырылмаған мәктәптәргә ҡағыла. Был осраҡта дәрестә интернет технологияһы бөтөнләй ҡулланылмай, әммә бәйләнеш кеҫә телефоны аша барыуы ихтимал. Ҡағыҙ кейсты мәктәп автобусында дежур уҡытыусы аҙнаһына бер нисә тапҡыр таратасаҡ һәм ҡабул итәсәк.
Республикабыҙҙа дәрестәр иртәнге сәғәт 10-да башлана, дәрестәр теҙмәһе үҙгәрмәйәсәк, тәнәфестәр ҡаралған.
Айбулат Хажин белдереүенсә, хәл-торош тиҙ генә үҙгәреүе лә ихтимал. Балаларын компьютер-ноутбуктар менән тәьмин итеү, туҡландырыу, ялын ойоштороу, ғөмүмән, өйҙә уҡытыуҙы ойоштороу йәһәтенән ата-әсәләрҙең иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Дистанциялы уҡытыуға бәйле ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш»кә һәр кем шылтырата ала – 8 (347) 292-11-52.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото интернеттан
Читайте нас: