Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Апрель 2020, 16:00

Техниканы тикшереү дауам итә

Бәләбәй районы биләмәһендә яҙғы баҫыу эштәре менән 70 хужалыҡ шөғөлләнәсәк – 10 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 60 крәҫтиән (фермер) хужалығы.

Райондың агросәнәғәт комплексында төрлө маркалы 221 трактор, 75 йөк машинаһы, 47 иген урғыс комбайн иҫәпләнә. Яҙғы баҫыу эштәренә 214 трактор, 70 автомобиль йәлеп ителәсәк. Тракторҙар паркы әле 99 процентҡа әҙер.
Район буйынса дәүләт техник күҙәтеүе органдарында 179 трактор теркәлгән, шуларҙың 86-һы (48 процент) йыллыҡ техник тикшереү үткән. Был эште 10 апрелгә тулыһынса тамамларға кәрәк.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: