Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Апрель 2020, 13:00

Өйҙә ултырыуҙы дауам итәбеҙ

Ил Президенты Владимир Путин коронавирус инфекцияһы башланыу менән ил халҡына икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итте. Күптәрҙе «өйҙә ултырыуҙы дауам итәбеҙме, әллә юҡмы?» һорауы ҡыҙыҡһындыра ине.

Шулай итеп, илдә үҙаллы изоляция режимы 30 апрелгә тиклем оҙайтылды. Иң мөһиме – эш хаҡы шулай уҡ һаҡланасаҡ. Владимир Путин белдереүенсә, әле донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә эпидемияның юғары хәүефе үтмәгән.
«Эшләмәгән аҙна һәм үҙаллы изоляция режимы күп төбәктәрҙә алдан саралар күреү өсөн ваҡытты әҙерәк «еңергә» мөмкинлек бирҙе. Тик был ара эсендә генә пандемияны еңеп булмай. Мәскәүҙә әлегә коронавирустың таралыуын туҡтата алманыҡ», – тине ул.
Владимир Путин мөрәжәғәтендә табиптарға һәм барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, ауыл-ҡалалар тормошон тәьмин итеүселәргә рәхмәт әйтте.
Ил буйынса өйҙә ултырыу ваҡыты оҙайтылһа ла, Президент был йәһәттән төбәктәр башлыҡтарының вәкәләттәрен киңәйтте һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт бирҙе.
«Беҙҙең ил ҙур. Әле коронавирус инфекцияһы менән зарарланмаған төбәктәр бар, ә ҡайҙалыр ул ныҡлы таралып өлгөрҙө. Шуға күрә төбәктәр хәлде үҙҙәрендәге торошҡа ҡарап көйләй ала. Был туралағы ҡарарҙарын аҙна аҙағына тиклем әҙерләргә тейештәр. Барыһы ла тейешле хеҙмәттәр менән килешеп эшләнәсәк», – тине дәүләт башлығы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: