«Ҡала мөхите сифаты индексы буйынса (миллионлы ҡалалар араһында) Өфө Рәсәйҙә етенсе урынды яуланы. Был күрһәткесте йыл һайын илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы билдәләй. Беҙ Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов һәм Екатеринбургтан ҡалышабыҙ.
Бынан тыш, республиканың алты ҡалаһы (халыҡ һанына ҡарап, һәр береһе үҙ категорияһында) уңайлы мөхитле биләмәләр тип танылды. Улар – Дүртөйлө, Сибай, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бәләбәй. Индекс байтаҡ күрһәткесте, шул иҫәптән хәүефһеҙлекте, экологияны, берҙәйлекте һәм идара итеү һөҙөмтәлелеген үҙ эсенә ала. Беҙгә үҫергә мөмкинлек бар. Әммә был рейтингҡа эләгеү үҙе үк республикабыҙҙа алға киткән, заманса һәм уңайлы ҡалалар булыуы тураһында һөйләй. Уларҙы артабан да үҫтерәсәкбеҙ», – тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә.