«Бөгөн республикабыҙҙың 450 меңдән ашыу уҡыусыһы белем алыуҙы үҙҙәренең класс бүлмәләрендә, мәктәптәрҙә түгел, ә өйөндә, дистанциялы уҡыу рәүешендә башларға мәжбүр. Беҙ бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Әлбиттә, бар ерҙә лә шарттар бер үк түгел. Республикабыҙҙа интернет селтәренә тоташмаған ауыл мәктәптәре бар. Шулай уҡ биш-алты мәктәп уҡыусыһы булған күп балалы ғаиләләрҙә бер-ике генә гаджет булған осраҡтар хаҡында ла беләбеҙ. Һөҙөмтәлә «Кем беренсе булып уҡыясаҡ?» тигән һорау тыуа. Был проблемаларҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Бөтә балалар ҙа уҡый алһын өсөн башҡа төрлө алымдар эҙләйәсәкбеҙ.
Әле – апрель, тиҙҙән май айы етә. Бер минутты ла бушҡа әрәм итергә ярамай. Һеҙ уҡырға, төплө белем алырға һәм киләсәгегеҙҙе матур итеп ҡорорға тейешһегеҙ.
Мин һеҙгә ниндәй һабаҡтар бирергә теләйем? Беренсенән, барыһы ла үҙегеҙҙән тора. Һәм һеҙҙең киләсәгегеҙ ҙә. Һеҙҙең бурыс – уҡыу.
Икенсенән, бөгөн – геройҙар заманы. Әле, кешеләрҙең иң яҡшы һәм иң насар яҡтары асыҡланған осорҙа, кемдер яҡындарына ярҙам итә, мохтаждарға аҡсаһы менән бүлешә, аҙыҡ-түлек алып бирә, ә кемдер маска һатып байырға, ололарҙы алдап мутлашырға тырыша.
Геройлыҡ – ул автомат тотоп яуға инеүҙә генә түгел, ә кеше булып ҡалыуҙа, яуаплылыҡ һаҡлауҙа сағыла. Йылдар үтер, һеҙ ошо ваҡыттарҙы иҫләйәсәкһегеҙ һәм шул саҡта үҙ ҡылыҡтарығыҙ өсөн оялырға яҙмаһын. Бөгөн һеҙҙән артыҡ күп нәмә лә талап ителмәй: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уҡығыҙ, үҫешегеҙ!» – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров ҡыҙҙар һәм малайҙарға.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне