Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Апрель 2020, 16:00

Ураҙаға әҙерләнә башлайыҡ

23 апрель кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана.

Ошо кистә бөтөн донъя мосолмандары оло һөйөнөс менән мә¬сеттәргә килеп, йәс¬тү¬ҙән һуң беренсе тә¬рә¬үих намаҙын уҡый. Был ғибәҙәтте иман йортона күмәкләп йыйылып атҡарыу – ҙур сауаплы ғәмәл, тиелә динебеҙҙә. Аманатты тотоп, ошо ҡатмарлы шарттарҙа ла, изге Рамаҙанды бергәләп ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ!
Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, «Кем дә кем ураҙа тотоп та ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел», – тигән пәйғәм¬бәребеҙ Мөхәммәт ғәләй¬һис-сә¬ләм. Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. «Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғә¬нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер», – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Төрлө миҙгелдәге ауырлыҡ¬тарға һылтанып, бәғзеләр ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәл¬де мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡ¬тарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асы¬ғырға тура килер. Ура¬ҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға би¬решмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебә¬рер. Бына шундай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.
Етеп килгән изге Рамаҙан айын лайыҡлы ҡаршылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: