«Беҙ Ҡаҙағстанға Науруз байрамына сәфәрҙе, Мысырҙағы һәм Үзбәкстандағы сығыштарҙы күсерергә мәжбүр булдыҡ. Тәүге тапҡыр тура эфирҙа тамашасыларһыҙ залда сығыш яһаныҡ. Артистар өйҙә оҙаҡ ултырып өйрәнмәгән. Ғәскәров исемендәге ансамбль – республиканың йыш гастролдәргә йөрөгән коллективтарының береһе, бер йылда 50 мең саҡрым самаһы юл үтеп, Рәсәйҙең тиҫтәләгән ҡалаһын һәм тотош республиканы тиерлек урап сыға. Тәүге көндәрҙә өйҙә ултырыуға шат инеләр, әлбиттә, ләкин хәҙер бейеүҙәрҙе һәм тамашасыларҙы һағыналар. Артистарға үҙҙәрен формала тоторға кәрәк, шуға көн һайын өйҙә шөғөлләнәләр», тип һөйләне Элиза Сынбулатова.
Йома, 10 апрелдә, киске сәғәт 7-лә тамашасылар ансамблдең ютуб-каналында «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» концертын ҡарай ала.