Был көндәрҙә «Иҙгелектең сиге юҡ» Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярайһы ауыр ғына пакеттарҙы яңғыҙ оло йәштәге кешеләргә тарата.
– Был акция пандемияға бәйләнмәгән, – тип аңлатты ойошма директоры Светлана Камалетдинова. – Март айында беҙ «Изгелек» фонды менән килешеү төҙөнөк. Улар балалары булмаған, килемдәре йәшәү минимумынан кәм булған яңғыҙҙарға аҙыҡ-түлек бирергә йөкләмә алды. Беҙ 30 йыйылма эшләнек, хәҙер таратабыҙ.
Һигеҙе бәләбәйҙәргә бирелә, 22-һен Өҫән-Ивановка, Ермолкин, Сәрмәсән, Веровка, Баймырҙа, Аделькин, Малиновка, Аҡбаҫар, Мәтәүбаш, Сосновый Бор ауылдарына ебәрәбеҙ.
Килешеү буйынса хәйриә фонды ярҙамды даими ебәреп торасаҡ.
Гөлнара Мурзина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне