Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Апрель 2020, 16:00

Башҡортостанда 22 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған

Бөгөнгә Башҡортостанда 22 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге кәңәшмәлә.

Бер тәүлектә республикала сирлеләр һаны алты кешегә артҡан.
8 апрелгә Рәсәйҙә коронавирусҡа 901 меңдән ашыу лаборатор тикшерүҙәр үткәрелгән.
8 672 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән, 580 кеше һауығып сыҡҡан, 63-ө үлгән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото «Башинформ»дан
Читайте нас: