Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Апрель 2020, 11:00

Битлектәр бүләк итәләр

Яҡшылыҡ эшләр өсөн тылсым эйәһе лә, бай ҙа булырға кәрәкмәй.

Медицина хеҙмәткәре Лилиә Хәйруллина башланғысы менән Бәләбәй районы ҡатын-ҡыҙҙары изге ғәмәл эшләр өсөн берләшкән. Лилиә Мүфәсир ҡыҙы ҡыҙҙары – Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре Алина һәм 1-се гимназияның 10 класс уҡыусыһы Аделя менән күп тапҡыр ҡулланырлыҡ 200 битлек тегеп таратҡан.
Улар башланғысына бәләбәйҙәр Анна Хәйруллина, Ильвина Мостафина, Людмила Егорова, Милана Искәндәрова ҡушылған. Кемелер туҡыма килтергән, кемелер тегеү машинаһы артына ултырған.
Гөлнара Мурзина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: