Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Апрель 2020, 13:04

Тормош дауам итә

Бәләбәй үҙәк дауаханаһының акушерлыҡ бүлеге тулы ремонттан һуң асылыуға бер айҙан саҡ күберәк ваҡыт үтте. Шул арала бында 29 сабый донъяға килгән!

Бүлек мөдире Анна Әминева әйтеүенсә, унда йөклөләргә, бала тапҡандарға һәм уларҙың балаларына ярҙам тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә. Яңы кеше донъяға килһен, палатала әсәгә һәм сабыйға уңайлы булһын өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Бәләбәйҙең бала табыу йортонда сабый тыуғанда атаһы ла әсә янында була ала. Бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йөрөгәндә үк бөтә талаптар килешенә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: