Был хаҡта «Башинфом» агентлығы «Горобзор» порталына һылтанып хәбәр итә. Радий Хәбиров COVID-19 вирусын йоҡторғандарҙың палаталарында булған, пациенттар һәм табиптар менән аралашҡан, тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләгән.
Республика Башлығы медперсоналдың, сирлеләрҙең респираторҙар, костюмдар, комбинезондар, бирсәткәләр һәм башҡа һаҡланыу саралары менән тәьмин ителеүенә инанған. Барыһы өсөн дә тулы туҡланыу, ял зонаһы ла ойошторолған.
Радий Хәбиров коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығында булғандар өсөн өҫтәмә финанс ярҙам күрһәтеләсәген дә әйткән.
Мәғлүм булыуынса, Республика клиник дауаханаһы тулыһынса карантинға ябылған, унда меңдән ашыу кеше бикле ҡала. Араларында коронавирус менән сирләүселәр бар.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне