Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Апрель 2020, 12:00

Бөҙрәханалар һәм оптика салондары эшләй башлаясаҡ

Республикабыҙҙа бөҙрәханалар һәм оптика салондары асыла. Был хаҡта кисәге кәңәшмәлә хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ ишектәрен асырға тейешле ойошмалар исемлеген ентекле өйрәнергә һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәгәндә генә эшләргә рөхсәт бирергә ҡушты.
«Ҡағиҙәләрҙе боҙған предприятиелар ябыла. Төп шарт – эштә битлектәр, бирсәткәләр ҡулланыу, дезинфекция үткәреү, дистанцияны тотоу. Уҙған аҙнала ломбардтарҙа тишереүҙәр уҙғарылды, ҡайһы берҙәрендә нормаларҙы боҙоуҙар асыҡланды, шуға улар ябылды. Шулай уҡ бер нисә аҙыҡ-түлек магазины етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе ябылды», – тине Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала Бәләбәйҙең сәнәғәт предприятиелары ғәмәлдәге үҙизоляция режимында эш башланы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: