Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Апрель 2020, 17:00

Өфөләр бейергә ярата икән

Өфө бейеүсе 10 ҡала иҫәбенә инде. Исемлек 13 апрелдә билдәләнгән Бөтә донъя рок-н-ролл көнөнә ҡарата әҙерләнде.

ТурСтат порталы, өйҙә ултырып һәм онлайн-бейеүҙәрҙе, социаль селтәрҙәге бейеүҙәре файҙаланып, бейеү дәрестәре буйынса Рәсәйҙең бейеүсе ҡалалар рейтингы менән таныштырҙы. Рейтинг интернет селтәрендә онлайн-бейеүҙәр эҙләү һөҙөмтәләре буйынса төҙөлдө.
Рәсәйҙең тәүге ун ҡалаһы иҫәбендә – Мәскәү, Сочи, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, Өфө, Түбәнге Новгород, Һамар, Һарытау һәм Омск.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: