Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Апрель 2020, 12:00

Башҡортостанда сәсеү эштәре башланды

Республикабыҙҙың 10 районында яҙғы сәсеү башланды, тип хәбәр итә Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Тәүгеләрҙән булып сәсеүгә Урал алды дала һәм көньяҡ урман-дала климат зоналарында төштөләр. Хәҙер Дүртөйлө һәм Илеш райондарында сәсеү кампанияһы әүҙем бара – әлеге ваҡытта бында 2,1 һәм 1,8 мең гектарҙа сәселгән.
Дөйөм алғанда, 14 апрелгә Башҡортостанда 5,7 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған. Быйыл иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар өсөн бөтәһе 2 миллиондан ашыу гектар бүлеп биреү планлаштырыла.
Бәләбәйҙең ауыл хужалығы эшсәндәре әлеге ваҡытта әҙерлек һыҙығында. Хужалыҡтар яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Һауа шарттарының нисек тороуына ҡарап, улар апрелдең өсөнсө ун көнлөгөндә сәсеү эштәрен башларға ниәтләй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: