Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Апрель 2020, 14:00

Физик берәмектәр килеменә һалымды бөтөрөрҙәрме?

Дәүләт Думаһы депутаттары айлыҡ килеме ике минималь хеҙмәт хаҡы күләменән кәм булған рәсәйҙәр өсөн килемгә 13% һалымды бөтөрөргә тәҡдим итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме айына – 12 130 һум. Закон проектына ярашлы, хеҙмәт хаҡы 24 260 һумдан түбән булған граждандар физик берәмектәр килеменә һалымдан азат ителергә тейеш.
Тейешле закон проекты парламенттың түбәнге палатаһына ҡарауға индерелде, тип хәбәр итте «Известия».
Башланғыс авторҙары – Дәүләт Думаһы вице-спикеры Игорь Лебедев, депутаттар Борис Пайкин, Дмитрий Свищев, Ярослав Нилов, Алексей Диденко һәм сенатор Сергей Леонов.
Бындай сара аҙ килемле граждандарға ярҙам булыр тип күҙаллана.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: