– Беҙ маршруттағы транспорт берәмектәрен көн һайын антисептик матдәләр менән эшкәртәбеҙ, – тип аңлатты АТП-ның баш инженеры Николай Бочков.
Аҡ төҫтәге һаҡланыу костюмдары, респираторҙар кейгән кешеләр дезинфекциялаусы шыйыҡса һалынған пульверизаторҙар менән ҡоралланып, ике сәғәт һайын таянғыстарҙы һәм салондарҙағы башҡа элементтарҙы һөртә.
– Үҙебеҙҙең транспортты санитар эшкәртеү графигын боҙғаныбыҙ юҡ, – тип билдәләне баш механик Динар Зәкиев.
Илья Букарев материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне