Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Апрель 2020, 15:11

Бөгөн Милли кейем көнө билдәләнә

Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнергә тейеш. Эпидемиологик хәлгә бәйле байрамды онлайн форматында үткәрергә хәл ителде.

17 апрелдә филармония барыһын да үҙҙәренең милли костюмдарын кейергә һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов ошо байрам өсөн махсус ижад иткән йыр менән рухланырға саҡыра.
Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры байрам уңайынан көтөлмәгән бүләк әҙерләй.
Музыкаль-әҙәби лекторий (художество етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина) социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республика халыҡтарының милли кейемдәре тураһында видеоосрашыуҙар әҙерләне. Осрашыуҙарҙы музыка белгесе Алина Хәсәнова һәм солист Әлфиә Ғәлләмова үткәрә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: