Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Апрель 2020, 17:00

Битлек менән бирсәткәң бармы? Транспортта тикшерәсәктәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына йәмәғәт транспортында, шул иҫәптән таксиҙа, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү йәһәтенән сара күрергә ҡушты.

Йәмәғәт транспортына килгәндә, «Башавтотранс» автобустары тураһында ғына түгел, ғөмүмән, төбәктә эшләгән бөтә ташыусылар хаҡында һүҙ бара, тип билдәләне ул.
«Йәмәғәт транспортына битлек һәм бирсәткә кеүек һаҡлыҡ саралары булған осраҡта ғына ултырырға рөхсәт ителә. Бирсәткәләрҙең төрлө булыуы мөмкин, тик сир йоҡмаһын ғына. Ошо ике ҡағиҙә үтәлергә тейеш. Автобустарҙы туҡтатасаҡтар. Был мәсьәләне «Ространснадзор» менән хәл итеү бурысын ҡуям, улар автобустарҙы туҡтатып, кешеләрҙең битлек һәм бирсәткә кейеүен тикшерһен. Был норма 20 апрелдән ғәмәлгә инә», – тине Радий Хәбиров.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: