Был – эш эҙләгәндәргә ауылда, ысынлап та, эш бар икәнен күрһәтеү ысулы. Акция барышында аграр предприятие вәкилдәре #ауылдаэшкүп хештегы ҡуйылған фотоһүрәттәре менән бүлешә, үҙҙәренең вакансиялары, хеҙмәт шарттары һәм тәҡдим ителгән льготалар тураһында яҙмалар урынлаштыра.
Республика аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, акцияға тәүгеләрҙән булып «Таврос» компанияһы ҡушылды. Уларҙың «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән компанияһына ветеринар, агроном, малдарҙы тәрбиәләү операторы талап ителә. Компания вәкилдәре тотороҡло хеҙмәт хаҡы, ҡайнар аш, һөнәр буйынса белем алыу, карьера төҙөү мөмкинлеге вәғәҙәләй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне