Яңыраҡ отошта даланлы кешенең исеме билдәле булды, ул, шарттарға ярашлы, махсус программа буйынса осраҡлы ысул менән һайлап алынған: Зифа Салауатова, Бәләбәй ҡалаһында йәшәй. Уның менән тиҙ арала бәйләнешкә инеп, башҡортостандар түбәндәгеләрҙе белгән.
Зифа Заһир ҡыҙы ире Айнур менән өс бала тәрбиәләй, ҡыҙҙары Ынйы һәм Азалияға – 15, 11 йәш һәм төпсөк улдары Рамаҙанға йәш тә ете ай. Әсә әлеге ваҡытта декрет ялында, бығаса йорт кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш тауарҙары тармағында һатыусы булып эшләгән.
«Милләтем – минән, мин милләттемдән айырылғыһыҙ. Халҡымдың мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ғашиҡмын, туған телемде яратам, балаларым өйрәнһен тип тырышам.
Алҡаларҙы иһә күптән ҡарап, берәй ваҡыт алырмы,н тип ниәтләгән инем. Шуға ла гәзит төркөмөндә бәйге ойошторолғанын күргәс, бәхетемде һынап ҡарамаҡсы булдым. Редакцияға, эшҡыуар Рушан Вәлиевкә мең рәхмәт, хатта күңелем булды. Еңермен, бүләк отормон тип уйламағайным. Мөғжизә булды был! Әсәйҙең бейегәндә таҡҡан күк ташлы алҡаһына бала саҡта ҡыҙыға инем, хәҙер үҙемдеке бар, шөкөр! Көмөш алҡамды сылтыратып-сыңлатып ҡына йөрөйөм инде хәҙер», – тип яҙған, шатлығы менән уртаҡлашып, Зифа Салауатова.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне