Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Апрель 2020, 15:06

Һеҙ алғы һыҙыҡта эшләйһегеҙ

Бөгөн илдең һәм Башҡортостандың муниципаль берәмектәре үҙҙәренең һөнәри байрамын – Урындағы үҙидара көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.

«Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе бар йөрәктән һөнәри байрамығыҙ – Урындағы үҙидара көнө менән ҡотлайым!
Һеҙ, хөрмәтле коллегалар, властың кешеләргә яҡын булған кимәлендә һәм алғы һыҙыҡта эшләйһегеҙ. Эпидемия осорондағы ябай булмаған шарттарҙа урындарҙа башҡарған ҙур һәм яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен етекерәм. Барлыҡ көстө туплап, был ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтеребеҙгә, республикала йәшәү кимәлен түбән төшөрмәй, үҫеш стратегияһын дауам итеребеҙгә ышанам.
Алда ҙур һәм мөһим эштәр күп. Райондарҙың һәм ҡалаларҙың ҡаҙнаһын байытыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса киң ҡоласлы хеҙмәт көтә. Һеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, юғары компетенцияға, һиҙгерлеккә һәм кешеләргә иғтибарлы булыуығыҙға, асыҡлыҡҡа һәм берҙәмлеккә иҫәп тотам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рухи күтәренкелек һәм түҙемлек теләйем! Хеҙмәтегеҙ һәр саҡ баһаланып торһон, ә уның емештәре шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға - бәхет һәм именлек!» – тигән юлдар бар ҡотлауҙа.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: