Икенсе сценарий: эшләмәгән аҙналар режимын май уртаһына тиклем оҙайтыу, ти мәсьәләне тикшереү барышы менән таныш булған икенсе сығанаҡ. Хәл мөшкөлләнгән осраҡта үҙизоляцияның 1 июнгә тиклем оҙайтылыуы мөмкин, тип өҫтәне ул.
Бынан алда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала үҙизоляция режимын кәмендә майға тиклем оҙайтты. Был турала ул 16 апрелдә республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә белдерҙе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм
Бөйөк Еңеү көнө уңайынан һигеҙ көн ял була. Республикала йәшәүселәр биш көн рәттән – 1 майҙан 5-енә тиклем ял итә. Һуңынан 6 майҙан 8-енә хәтлем – ҡыҫҡа эш аҙнаһы. 9-11 май – байрам көндәре. 30 апрелдә һәм 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне