Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Апрель 2020, 12:00

Милли проект: экология яҡшырасаҡ

Бәләбәй, Туймазы, Дәүләкән райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөләсәк.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов әйтеүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге инфраструктураны үҫтереү ергә күмеү өсөн оҙатылған ҡалдыҡтар күләмен байтаҡҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк, экологияны яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
– Был шулай уҡ республикабыҙҙа ил Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы ғәмәлгә индерелгән «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын төҙөү» төбәк проекты күрһәткестәренә өлгәшергә ярҙам итәсәк, – тине Нияз Фазылов.
Бәләбәй районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү йәһәтенән тәүге аҙымдар яһалған. Объекттың ҡеүәте йылына 100 мең тоннаға тиклем ҡалдыҡ эшкәртеүгә иҫәпләнә. Бөгөн бында комплекс урынлашасаҡ ер биләмәһен теркәү эштәре бара.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас: