Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Апрель 2020, 17:00

«Еңеү открыткалары» проектында ҡатнашырға саҡыралар

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән округта «Еңеү открыткалары» тип аталған киң күләмле халыҡ проекты тормошҡа ашырыла.

http://пфопобеда.рф сайтында бөгөндән округтың барлыҡ 14 төбәгендә йәшәгән кешеләрҙең үҙенсәлекле эштәре коллекцияһын күрергә мөмкин. Открыткалар Бөйөк Ватан һуғышындағы беҙҙең дөйөм еңеүгә арналған.
Открыткалар йыйылмаһы көндән-көн тулыланып тора. Проектта округта йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Ни бары сайтта «Добавить открытку» тигән бүлексәгә инеп махсус форманы тултырырға һәм үҙеңдең эшеңдең фотоһүрәтен беркетергә кәрәк. Һүрәттәр һәм коллаждар, аппликация һәм компьютер графикаһы – эштәрҙе башҡарыу стиле төрлөсә, тик уларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә – беҙҙең халыҡтың ҡаһарманлығы тураһындағы хәтер.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Йосопов Айҙар исемле малайҙың рәсеме
Читайте нас: