21 районда ҡала яны маршруттары ябылған. Даими автобус бәйләнеше булмау сәбәпле, 2 апрелдән республикала 54 (30%) автовокзал һәм касса пункттарының 16-һы эшләмәй.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, хәл һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында, әгәр кешеләргә юлға сығырға кәрәк икән, маршруттар теҙмәһе оператив үҙгәртелә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне