Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Апрель 2020, 14:00

Яҙғы культуралар сәсергә төштөләр

Бәләбәй районының ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеү кампанияһын башланы.

– Тәүгеләрҙән булып иртә өлгөрә торған бөртөклө культураларҙы Рема Ғәлиуллинаның крәҫтиән-фермер хужалығында (Туҙлыҡуш ауыл советы) сәсә башланылар, – тип хәбәр иттеләр муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтендә.
Район баҫыуҙарында шулай уҡ дым ҡаплатыу дауам итә. Был эш 450 гектарҙа башҡарылған. Күп йыллыҡ үләндәр 1100 гектарҙа тырматылған. Исмәғил Хөснөтдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығында һәм «Северная Нива Башкирия» йәмғиәтендә ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландыралар.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фотоларҙа: Рема Ғәлиуллинаның хужалығында сәсеү эштәре бара. Тракторҙа – аталы-уллы Айрис һәм Филүс Ғәлиуллиндар. Сәскес артында – Эдуард Базарнов.
Читайте нас: