Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Апрель 2020, 16:52

Ирекмәндәр отряды республика халҡына ярҙам күрһәтә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле отряд республика буйынса йөҙләгән ирекмәнде берләштерҙе. Улар араһында – район ҡоролтайҙары вәкилдәре, һуғыш хәрәкәттәре ветерандары.

Мобиль отряд 1 апрелдән эшләй, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, яугир-интернационалист Тимерйән Рәжәпов етәкләй. Эш ирекмәндәр ойошмаһы менән бергә башҡарыла.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, хаҡыбыҙҙың көсө – берҙәмлектә:
«Пандемия осоронда күреүебеҙсә, беҙҙең халыҡҡа хас ойошҡанлыҡ, бер-береңә ярҙамға килеү, эскерһеҙлек – ул беҙҙең көсөбөҙ. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылған һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм. Шуныһы бик ҡыуаныслы: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына шылтыраталар, ярҙамдарын тәҡдим итәләр. Ярҙам, ысынлап та, кәрәк, беҙҙең хәстәргә мохтаждар күп», – тине Эльвира Айытҡолова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль отряд ирекмәндәрҙе хәрәкәткә ҡушылырға саҡыра.
Ирекмәндәр сафына баҫырға теләгәндәр [email protected] адресына йә 8(347) 250 49 31 телефоны аша ғариза ебәрә ала, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмдәренә лә яҙырға мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фотолар «Башинформ» агентлығы сайтынан
Читайте нас: