Эпидемиологик хәлгә бәйле акция үҙенең тарихында тәүге тапҡыр онлайн тәртиптә үтте. Тура тапшырыу «БЮТ» телеканалы эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә барҙы. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған диктанты Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә яҙҙылар. Әйткәндәй, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Германиянан, Франциянан, Бөйөк Британиянан, АҠШ-тан һәм Канаданан белем һынап ҡарарға теләгәндәр булды.
Ойоштороусылар программаны өс блокка бүлде: телде өйрәнә башлағандар өсөн – ябай, башҡортса яҡшы белгәндәр өсөн – ҡатмарлы һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн – айырым текст. Диктант тексын мультиинструменталист һәм шоумен Заһир Зәйнетдинов, «Хәбәрҙәр» программаһын алып барыусы Флүрә Мурзина һәм яҙыусы-сатирик, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Марсель Сәлимов уҡыны.
Диктант башланыр алдынан Радий Хәбиров акцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте.
«Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙабыҙ. Мин дә ҡатнашырға уйлайым. Беҙҙең өсөн «Башҡорт диктанты» проекты ныҡ кәрәк. Ул беҙҙе, беренсенән, берләштерә. Икенсенән, башҡорт телен өйрәнергә яңы стимул бирәсәк. Был заманда беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем», – тине ул.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Мәғлүмәт «Башҡортостан» газетаһы сайтынан