Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Апрель 2020, 17:30

Йорттан сыҡмайынса «Еңеү вальсы»н башҡарабыҙмы?

Башҡортостан, тотош ил кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын үҙенсәлекле итеп билдәләй. Бөгөн республикала иң матур акцияларҙың береһе – «Еңеү вальсы» башланды.

«Һуғыш йылдарында өләсәй-олатайҙарыбыҙ ошо бейеүҙе башҡарған. Быйыл акцияла өйҙән сыҡмайынса, туғандар һәм яҡындар менән бергә ҡатнашырға мөмкин», – тип аңлатты йәштәр һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
7 майға тиклем теләгән һәр кем вальс бейегәнен видеоға төшөрөп, уны #ЕңеүВальсыБашҡортостан хештегы менән социаль селтәргә һалырға мөмкин. Эстафетаны икенсе кешегә тапшырырға кәрәк.
«Оҫталарса бейеү мөһим түгел, иң мөһиме – байрам кәйефен һәм мөхитен тыуҙырыу. Вальстың аҙымдары бик ябай. Аҙаҡтан иң шәп видеоларҙы «Май вальсы» йыры менән дөйөм роликка берләштерәбеҙ. Уны телевидениела һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтәбеҙ», – тип яҙҙы Башҡортостандың Йәштәр һәм спорт министрлығы етәксеһе.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: