Бөгөнгө брифингта Роспотребнадзор вәкиле Венер Изикаев район дауаханаһында 44 пациентта һәм табипта COVID-19 диагнозының раҫланыуын билдәләне. Был республикала сирлеләр һаны буйынса икенсе урын. Беренселә – Өфө (631-ҙән 240).
«Унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир сығанағы һаҡлана. Хәл Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында нисек башланған, шуның кеүек, – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. – Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында эш ойошторолған. Ошо пациенттарҙы дауалап бөтөргә һәм ике кире һөҙөмтәне көтөргә кәрәк».
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы билдәләүенсә, эпидемиологик тикшереү башланған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне