Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Апрель 2020, 11:00

Балалы ғаиләләргә ипотека буйынса беренсе иғәнәне кәметергә уйлайҙар

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин хөкүмәткә әсәлек капиталын файҙаланып, балалы ғаиләләр өсөн торлаҡҡа кредит буйынса беренсе иғәнәне кәметеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Тейешле йөкләмә Кремль сайтында баҫылған. Уны үтәү ваҡыты – 20 майға тиклем.
«Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә балалы ғаиләләргә әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып, торлаҡ һатып алыу (төҙөү) өсөн кредит биргәндә беренсе иғәнә күләмен 15% тиклем кәметеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә»,– тиелә Кремль сайтында баҫылған йөкләмәлә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: